+14 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
10 Сентября , 09:20

Бурыс

Башҡорт теле - минең туған телем,

БурысБурыс
Бурыс

"Әсәй" тиеп телем асылған,
Был донъяның барлыҡ матурлығы
Ошо телем аша танылған.

Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән
Мираҫ иткән ата-бабалар,
Юғалтмайыҡ туған телебеҙҙе,
Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар!

Башҡорт теле - минең халҡым теле,
Башҡортостан - минең баш йортом,
Тыуған илебеҙҙә туған телдә
Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом!

Балаһына туған тел өйрәтеү-
Һәр әсәнең изге бурысы,
Онотмаһын ине бер әсә лә
Иңдәренә төшкән бурысты!

Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай!


Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ.

Фото:vkuserphoto.ru 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас