+16 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
19 Сентября , 04:20

Дуҫлыҡ илендә

Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,

Дуҫлыҡ илендәДуҫлыҡ илендә
Дуҫлыҡ илендә

Уртаҡ тыуған илебеҙ,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Еребеҙҙә беҙ бәхетле
Дуҫлыҡ илендә тыуғас.


Байрамдар ҙа бергә үтә,
Йыр, шиғырҙар яңғырай,
Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ –
Татыулыҡҡа дан йырлай.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе,
Беҙҙең теләк ауаздаш!

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Фото: Сәлимә Закирова сәхифәһенән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас