+2 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
25 Сентября , 08:00

Әбейҙәр сыуағы

Ҡушъяулығын сөйөп бәйләп,

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбейҙәр сыуағыӘбейҙәр сыуағы
Әбейҙәр сыуағы

Бишмәт кейеп көрәндән

Затлы, бәҫле ҡоҙағыйҙай

Әллә ҡайҙан һөрәнләп,

Һыу буйында муйылағас

Таған - усаҡ янында,

Өйөрөлөп-сөй(ө)рөлөп,

Ҡунаҡ йыя табынға.

Үҙе кеүек, эй, зиннәтле

Серҙәш әхирәттәре.

Күҙҙең яуын алып тора

Ҡыршаулы күлдәктәре!

Сағыу саған, алтын ҡайын,

Мәңге йәш йәшел шыршы.

Хозурланып ҡарап торам

Фиғелдәре, һай, ҡупшы!

Бар тарафта алтын туй бит -

Ҡояш-нур һәр ҡыуағы.

Үҙ баһаһын белеп балҡый

Әбейҙәрҙең сыуағы!

Айзилә МОРТАЕВА.

Фото: static.foto.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас