+2 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
27 Сентября , 06:10

Ҡыҙлы йорт

"Ҡыҙы барҙың - наҙы бар" ти,

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙлы йортҠыҙлы йорт
Ҡыҙлы йорт

Ҡыҙҙар донъя биҙәге.
Ҡыҙы барға көнләшәләр,
Ҡыҙҙар өйҙөң ҡот, йәме.

Ҡыҙҙар тыуһа ҡыҙығырҙар
Биҙәк, мунсаҡ, ялтырға.
Сиктәр ҡуйып ултыртмағыҙ
Бәләкәстән ҡатыға.

Йәлләмәгеҙ матур һүҙҙәр,
Аҡ теләк, нәсихәттәр.
Рәнйеш йәше һеңдермәһен
Улар тыуған нигеҙҙәр.

Ҡурсалағыҙ ҡыҙ баланы
Йортта ул ҡунаҡ ҡына.
Ҡотон алып китер ҙә бер
Ҡалдырып тынлыҡ ҡына.

Шул сағыңда укенеүҙәр
Телмәһен бәғереңде.
Ҡунаҡ ҡына булған ҡыҙҙар
Белһендәр ҡәҙереңде.

Әлфинә ӘЙҮП.

Фото: sosnovosti.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас