

Һағыш тугел, балҡыу бар донъя!
Әкрен генә осҡан күбәләктәй,
Сағыу һары япраҡ ҡойола.
Көҙгө сәскә һуңғы балҡыш алған,
Һулығыһы килмәй маташа.
Көтмәгәндә яуа ҡарлы ямғыр,
Ҡайсаҡ йылы йәйҙәй һаташа...
Көҙҙөң төҫө - алтын,һағыш түгел,
Муллыҡ төҫө бар бит көҙөмдә!
Бөгөн тәү күргәндәй көҙҙө күҙләп,
Һоҡланғыс тип таптым үҙем дә.
Әлфиә АБДРАФИҠОВА.
Фото: prodlenka.org