Алтын балаҫ түшәй юлыма!
Аллаһ ҡанундары менән көҙөм
Йылыларын һала усыма.
Шул йылыны тотоп күкрәгемдә,
Алға барам, артҡа ҡарамай.
Йәмле йәйҙәр үтеп китһә китһен,
Көҙ бит ишек ҡаға, һорамай.
Мин барамын ошо көҙгө юлдан,
Япраҡтарға баҫам һаҡ ҡына.
Йәшел булып ҡына тыуҙылар ҙа,
Һарғайҙылар ҡояш нурына.
Япраҡтарҙың сыштыр-сыштыр тауышы
Йыр булыпмы аға күңелдә?
Ошо гүзәл, сихри көҙгө миҙгел
Йөрәктәрҙә ҡалыр ғүмергә.
Һәр бер япраҡ — үткән бер йыл төҫлө,
Унда ҡыуаныстар сағыла.
Ҡурҡытмайҙар хәҙер һалҡын елдәр,
Йәмле йәйҙәр килер тағы ла.
Фәниә СЫҢҒЫҘОВА.
Фото: photocentra.ru