+2 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
30 Сентября , 06:25

Мин — Башҡортостандан!

Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип

Добавить в предпочтительные источники Google
Мин — Башҡортостандан!Мин — Башҡортостандан!
Мин — Башҡортостандан!

Ғорур ғына ҡарап торам да,

Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,

Башҡортостандан, тим, Уралдан!

Күккә ашҡан уның күк тауҙары,

Былбыл ҡунған муйыл, талына.

Алтын, көмөшкә бай, бай нефткә,

Еләк-емеш, ҡымыҙ, балына ...

Тауҙар ҡуйынынан ярһып сапҡан

Ағиҙеле һылыу шул ҡәҙәр!

Аҡ елкәндәр һалып иңдәренә,

Ҙур Рәсәйгә ташый аҡ хәбәр.

Кешеләре уңған, яҡты юлда

Данға күмде хеҙмәт күптәрҙе.

Беҙҙең һайлаған юл халҡыбыҙҙы

Уралдан да бейек күтәрҙе.

Ошо ғәзиз ерҙе һаҡлап, күпме

Көсөн һалған халҡым, ҡупҡан яу.

Әле лә бит беҙҙән яҡлау көтә

Ағиҙелкәй менән Уралтау!

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.

 

Фото: assets

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас