+2 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
8 Октября , 06:10

Осрашырға яҙһын иҫән - һау

Һәр осрашыу, бәлки, һуңғыһылыр,

Добавить в предпочтительные источники Google
Осрашырға яҙһын иҫән - һауОсрашырға яҙһын иҫән - һау
Осрашырға яҙһын иҫән - һау

Белеп булмай ниҙәр күрәһен.
Әҙәмдәрҙе алдаштырыр донъя
Шулай ҡоролғандыр, күрәһең.

Оҙатабыҙ юлға яҡындарҙы
Тик белмәйбеҙ уның ахырын.
Яҙған микән ҡабат күрешергә
Юлдар үтеп меңәр саҡырым.

Юлдағылар юлда булһындар ҙа,
Араларҙа ятһын диңгеҙ, тау.
Айырылышыу булһын ваҡытлыса
Осрашырға яҙһын иҫән - һау.

 

Сәфинә ӘХМӘТОВА - РАМАҘАНОВА.

Алина Ғайфуллина һүрәте.  Ғафури районы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас