

Күп булыр ул дуҫ-иштәр,
Тормош ауырлығы баҫһа,
Шул дуҫ-иштәрең ни эшләр?
Кисә генә, дуҫ, тигәндәр,
Юғалыр берәм-берәм,
Мохтажлыҡта һин ҡалырһың,
Бары туғаның менән.
Ниндәй утта янғаныңды,
Туғаның ғына белер,
Йөрәгенә яҡын алып,
Һинең хәлеңә керер.
Бар мәшәҡәттәрен ҡуйып,
Йөрөр һинең яйыңда,
Бирешмәҫкә көс, дәрт биреп,
Һәр саҡ булыр яныңда.
Тормош күгең аяҙыһа,
Еңел итеп тын алып,
Үҙ донъяһына сумыр ҙа,
Бәлки, торор юғалып.
...Беҙ был ергә атай, әсәй
Теләге менән килгән,
Яңғыҙ булмаһын, тип, улар
Ағай-энеле иткән,
Апай-һеңлеле иткән.
Йәшәмәһәк тә һәр ваҡыт,
Йылмайып-көлөп кенә,
Биҙҙермәйек туғандарҙы
Яман һүҙ, ҡылыҡ менән...
Донъяның ниндәй хәле юҡ,
Имен-һау бул, туғаным,
Туғанһыҙға бирһен дуҫтың,
Туған кеүек булғанын.
Фәйрүзә Зиянбирҙина.
Сығанаҡ: "Минең турала..." төркөмө.
Фото: "Ғүмер бер генә" төркөмө.