

Тере генә балан ҡуҙы -
Һүндермәй яуыны ла.
Тотош ут-ялҡында ҡыуаҡ -
Итәге-яурыны ла.
Йөрәктәге ут ялмаған
Ҡыуаҡ-ағасын хатта.
Шымшыҡ ямғырҙары менән
Күңелемдә шом арта.
Эй бәхетле мәлдәр булған -
Ҡәҙерен белмәгәнбеҙ.
Ҡулдағы сәпсекте ташлап,
Торналар эҙләгәнбеҙ.
Тамылйып бешкән баландар -
Ҡуҙ ғына ише. Тере.
Йә Раббым! Тыныс мәлдәрҙе
Ҡайтарһаң ине кире!
Фото: А. ҒАРИФУЛЛИНА.