+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барҙа ауылында - йәкшәмбе мәктәбе

Пермь крайының Барҙа ауылындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла баш­ҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Унда дәрестәрҙе Үрге Тәтешлеләге 1-се мәктәп уҡытыусылары Зилә Фәрит ҡыҙы Нуриханова, Лиза Рамус ҡыҙы Фәтхуллина, Альбина Химмәт ҡыҙы Әүхәҙиева алып бара.

– Барлығы 30 бала, төркөмдәргә бүленеп шөғөлләнәбеҙ. Аҙна һайын йөрөп уҡытабыҙ. Башланғыс синыфтар, өлкәнерәктәр айырым белем ала. Иң башта эште хәрефтәр, өндәрҙе таныу, уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәнеү, яҙыуҙан башлағайныҡ. Дәрестә тасуири итеп уҡырға, баҫымды нисек ҡуйырға ла өйрәтәбеҙ. Уҡыусыларҙы Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы менән таныштырабыҙ. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы – ҡурай хаҡында ла мәғлүмәт бирҙек, күренекле ҡурайсыларыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар хаҡында һөйләнек. Ҡыҙҙар, малайҙар менән бөйөк «Урал батыр» эпосын да үттек, – ти Альбина Химмәт ҡыҙы.

Ғинуар айында «Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы» темаһына дәрес уҙғарылған. Телде өйрәнеүсе балалар Өфөнөң республикабыҙҙа иң ҙур фәнни, мәҙәни һәм иҡтисад үҙәк булыуын, Рәсәйҙең иң эре биш ҡала исемлегенә инеүен дә белгән. Уҡыусылар ҡаланың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында мәғлүмәт алған, Башҡорт­остандың иҫтәлекле урындары буйлап виртуаль сәйәхәт тә иткән.

Йәкшәмбе мәктәбендә башҡортса яңы ғына өйрәнә башлаһалар ҙа, туған тел конкурстарында үҙҙәрен һынап ҡараусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла VIII синыфта уҡыусы Арина Тлитова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе булып шатландырған.

Бында милли рухлы саралар ҙа йыш ойошторола. 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арнап матур байрам үткәргәндәр. Был кисә һәр баланың күңелендә һаҡланып ҡалғандыр, ти ойоштороусылар. Сара гимназияның ҙур залында уҡыусылар башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүен ҡарауҙан башланып киткән. Унан эштәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында дауам иткәндәр. Альбина Әүхәҙиева үҙе Башҡорт теле көнө, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында һөйләгән, туған тел тураһында шиғырҙы күмәкләп уҡыуҙы ойоштор­ған. Ул тәҡдим иткән «Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» презентацияһын да балалар яратып ҡараған.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар артыуы ҡыуандыра. Бик хуп! Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, беҙҙең балалар үҙ телен белеп үҫергә тейеш.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Читайте нас: