Польшаның Кельце ҡалаһында уҙған алышта ул Үзбәкстан вәкиле Мохинабону Абдуллаеваны еңә. Ҡыҙҙар 64 килограммға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә көс һынаша. Бер аҙнанан Азалияның тыуған көнө лә икән – 18 йәш. Спортсы ҡыҙ үҙенә бик шәп бүләк яһаны - донъя беренселегенең алтын миҙалы. Был уның тәүге ҡаҙанышы ғына түгел, 2020 йылдың ноябрендә үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы исеменә лайыҡ булғайны. Азалиябыҙ – үҫмерҙәр турнирында алтын миҙал яулаған тәүге башҡорт спортсыһы ла, маладис, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!