-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
27 Апрель 2021, 11:15

Ҙур еңеүгә тәүге аҙым

Бала саҡтан һәр ҡайһыбыҙ үҙенә оҡшаған эше менән шөғөлләнергә теләй.

Тик хыялдар һәр ваҡытта тормошҡа ашмай, ашһа ла, бормалы юлдарҙы уратып йөрөтә. Тимәк, күңелде төшөрмәйенсә, алға барырға тырышырға кәрәк.
Влад Третьяк та бәләкәйҙән спортҡа ғашиҡ булып үҫә. Башта ағаһына эйәреп йөҙөү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ һыуға һикереү спортын үҙләштерә. Ата-әсәһе менән һәр йәкшәмбе Мәскәүҙең Горький исемендәге ял паркында шыуғалаҡта тимераяҡта йөрөргә өйрәнә.
Владҡа 11 йәш тулғанда әсәһе уны ЦСКА балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә алып килә. Тренерҙар балаларҙы ҡабул иткәндә уларҙың артҡы яҡҡа шыуа белеүенә иғтибар бүлә. Владислав иһә быны күптән үҙ аллы өйрәнгән була. Әллә күпме бала араһынан дүртәүһен генә ҡабул итәләр, улар араһында Владислав та була.
Малай оҫта һөжүмсе булырға, ҡаршы яҡ команда ҡапҡаһына күп итеп шайба индерергә хыяллана. Ләкин спорт мәктәбендә барыһына ла хоккей формаһы етеңкерәмәй, ә Владтың боҙға сыҡмай ултырғыһы килмәй. Ул ваҡытта команданың ҡапҡасыһы булмаған була, ә кейенеү бүлмәһендә берҙән-бер голкипер костюмы ғына эленеп тора. Малай тренер янына килә лә үҙен ҡапҡасы итеп ҡуйыуын һорай. Был бөйөк ҡапҡасы Владислав Третьяктың ҙур еңеүҙәргә табан яһаған тәүге аҙымы була. 3 тапҡыр Олимпия уйындары, 10 тапҡыр донъя, 9 тапҡыр Европа чемпионы, ХХ быуаттың иң шәп хоккейсыһы – бик күп титулдар эйәһе Владислав Третьяк – әлеге көндә Рәсәй Хоккей Федерацияһы президенты.
Фото: ladymega.ru
Читайте нас: