-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
17 Август 2021, 11:20

Бәләкәс рекордсмен

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе алты йәшлек Доминик Ғәрифуллин “планка”*ла тороу буйынса рекорд ҡуйған.

Быйыл беренсегә барасаҡ малай алты 6 йәшкә тиклемге балалар араһында ғына түгел, ә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ла рекордсмен, ул кәүҙәһен 2 сәғәт тә 8 минут тота. Спортты һөйгән ғаиләлә үҫкән Доминиктың рекордын атаһы видеокамераға төшөргән. Рәсәй һәм донъя рекордтары вәкилдәре әлегә малайҙың ҡаҙанышын теркәмәгән.  Материалдарҙы махсус комиссия ҡарай, яҡын арала яуап бирерҙәр, тип ышанабыҙ.

*Планка ул – терһәктәргә һәм аяҡ бармаҡтарына ғына таянып, кәүҙәне бер позицияла тотоу.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: