-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
20 Август 2021, 09:25

Өфөлә – донъя беренселеге

Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселеген йәш батырҙар ҙа, көйәрмәндәр ҙә көтөп алды.

Өфөлә – донъя беренселеге
Өфөлә – донъя беренселеге

Пандемия арҡаһында ике йыл буйы иң көслө көрәшселәрҙе асыҡлау мөмкинлеге булманы бит. Ниһайәт, 2021 йылдың 11 авгусында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 21 йәшкә тиклемге көрәшселәрҙең алышы башланды. Ул 23 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.

Республикабыҙҙа спорттың был төрөнә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙә 8 меңдән ашыу кеше спорт көрәше һәм билбаулы көрәш менән шө­ғөлләнә. 2019 йылдан «Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше» тигән проект тормошҡа ашырыла. Әле 62 мәктәптә 3 мең 500-ләп уҡыу­сы дәрестәрҙә көрәш менән шөғөлләнә. Быйыл тағы 21 белем усағы проектҡа ҡушыласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 2024 йылға спорт көрәшен 200 мәктәп программаһына индереү планлаштырыла. 2024 йылда Өфөлә Көрәш һарайы ла асыласаҡ. Уның проек­тын Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы менән кә­ңәшләшеп эшләгәндәр. Ил, донъя кимәлендәге ярыштарға әҙерлек күнекмәләре, шулай уҡ ярыштар үткәреү өсөн дә бөтә шарттар ҙа буласаҡ унда. Баш­ҡорт­остан – көрәшселәр төбәге ул. Үҫмерҙәрҙең донъя беренселеген уҙғарыу өсөн нәҡ Өфө ҡалаһы билдәләнеүе менән ғорурлана алабыҙ.
Һайлап алыу турнирҙары һөҙөмтәләре буйынса чемпионатта планетаның 55 иленән йәш спортсылар ҡатнаша. Улар ҡайҙан, тиһегеҙме? Алжир, Әрмәнстан, Австралия, Австрия, Әзербайжан, Белоруссия, Бразилия, Бахрейн, Болгария, Канада, Чили, Конго, Хорватия, Чехия, Эквадор, Египет, Испания, Эстония, Финляндия, Франция, Грузия, Германия, Греция, Гватемала, Венгрия, Һиндостан, Иран, Израиль, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Латвия, Литва, Молдавия, Монголия, Голландия, Норвегия, Польша, Португалия, Румыния, Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Сербия, Шри-Ланка, Швейцария, Словения, Швеция, Тажикстан, Филиппин, Тунис, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Украина, АҠШ, Үзбәкстандан.
Ҙур сараға UWW (Берләшкән көрәш донъяһы) Президенты Ненад Лалович, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов, өс тап­ҡыр олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин да килде. Абруйлы ҡунаҡтар республиканың спорт көрәше буйынса олимпия резервы мәктәбенә, 162-се күп йүнәлешле полилин­гваль «Смарт» мәктәбенә барып уҡыусылар ме­нән осрашты.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов белдереүенсә, Башҡорт­остандағы 3 мең йәш көрәшсенең яртыһы разрядҡа эйә. Ә 12 Баш­ҡорт­остан көрәшсеһе илдең милли йыйылма командаһына ингән. Был беҙҙең спортсыларҙың юғары һәм сифатлы әҙерлеге тураһында һөйләй. Әлеге донъя кимәлендә ойошторолған сара ла тре­нер­ҙар һәм йәш көрәшселәр өсөн дә тәжрибә туп­лау май­ҙансығы ла буласаҡ.
– Донъя беренселегенән һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар спорт секцияларына күберәк йөрөй башлаһа, атай-әсәйҙәр балаларын спорт түңәрәктәренә күберәк яҙ­ҙыр­һа, мин бәхетле булыр инем, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров «Өфө-Арена» һарайында чемпионатҡа арнап уҙғарылған матбуғат кәңәшмәһендә.
UWW Президенты Ненад Лалович донъя беренселеген ойоштороу кимәле юғары булыуын, Башҡортостанда спорт көрәше традициялары бик көслө икәнен билдәләп үтте.
Ә ярыштар «Өфө-Арена»ла грэпплинг, ирекле көрәш, грек-рим көрәше буйынса уҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, грэпплинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһында Башҡорт­остандан да спортсылар бар. Улар – Стәрлетамаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Аделина менән Карина Мыр­ҙабаевалар, Валерия Да­выдова, егеттәр­ҙән Низам Иҙрисов, Эмиль Исламғолов.
Ҡыҙҙарҙың тренерҙары – үҙе лә билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлим­ғужина һәм Яна Беликова. Стәрлетамаҡ спортсылары 13 августа грэпп­линг буйынса, 14-дә грэпплинг-ги төрө буйынса һынау тотто. 16 йәшлек Карина көрәшеп тормайынса I урынға лайыҡ булды, сөнки 43 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә донъя беренселегенә унан башҡа бер кем дә килмәгән ине.
Апаһы Аделина иһә финалда Ҡаҙағстандан дәғүәсеһе Арузхан Йыл­ҡыбаева менән көсөргәнешле алышта еңеү яуланы. Валерия грэпп­линг буйынса – көмөш, грэпплинг-ги буйынса бронза миҙалға лайыҡ булды. Үкенескә ҡаршы, егеттәребеҙ финалға үтә алманы.
Ирекле көрәш буйынса ярыштар тағы ла ҡы­ҙыуыраҡ барҙы. Сөнки ул олимпия төрҙәренә инә һәм Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Ма­миаш­вили әйтеүенсә, Өфөлә үткән был алыш олимпия циклын аса һәм 2024 йылда Парижда үтәсәк Йәйге олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спорт­сыларҙы асыҡлау башлана.
Ирекле көрәш буйынса Рәсәйҙән 57 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә Дағстандан 18 йәш­лек Рамазан Ба­һауетдинов менән 65 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә Шамил Мамедов финалға сығып, пьедес­талдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Улар – спорт көрәше буйынса донъя беренселеге еңеү­селәре! Станислав Свинобоев иһә 70 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Ә ярыштың өсөнсө көнөндә Рәсәй командаһы өс бронза миҙал алды: Фёдор Балтуев, Ислам Картоев, Ан­дрей Бестаев үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә III урынға лайыҡ булды.
18 – 19 августа ҡыҙҙар араһында көрәш буйынса ярыштар уҙҙы. Рәсәй­ҙән Анастасия Яндушкина, Анастасия Сидельникова, Елизавета Петлякова ҡатнашты.
20 – 22 августа йәш батырҙар грек-рим көрәше буйынса еңеүсе­не асыҡлаясаҡ. Спорт яратыусы дуҫтар, әгәр ҙә «Өфө-Арена»ға ярыш­тарҙы ҡарарға бара алмаһағыҙ, WREST­RUS.RU һылтанмаһы буйынса тура трансляцияны ҡарағыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Өфөлә – донъя беренселеге
Өфөлә – донъя беренселеге
Өфөлә – донъя беренселеге
Өфөлә – донъя беренселеге
Өфөлә – донъя беренселеге
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: