+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
22 Август 2021, 21:41

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары

Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселеге тамам. Бөгөнгө финал ярыштарында Рәсәй командаһы тағы ике алтын, берәр көмөш һәм бронза миҙал яуланы.

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары
Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов үҙ ауырлыҡ категорияларында дәғүәселәрен еңеп, донъя чемпионы булдылар. Алексей Милешин - көмөш, Муслим Имадаев бронза миҙал алды. Шулай итеп, грек-рим көрәше буйынса турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 8 миҙал яуланы, уларҙың бишәүһе - алтын.

Бөгөнгө финал ярыштарында тағы Хасрат Джафаров (Әзербайжан), Марсель Стеркенбург (Голландия), Павел Глинчук (Беларуссия)  үҙ ауырлыҡ категорияларында алтын миҙалға лайыҡ булды. 

Командалар араһында Рәсәй - абсолют чемпион. II һәм III урындарҙы Иран менән Әзербайжан бүлеште.

Фото: Александр Орешников.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: