+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
24 Август 2021, 10:20

Елена Паутова - Токиола Рәсәй байраҡсыһы

Бөгөн Токиола Паралимпиаданы асыу тантанаһы уҙа.

Елена Паутова - Токиола Рәсәй байраҡсыһы
Елена Паутова - Токиола Рәсәй байраҡсыһы

Ул Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Тура трансляцияны "Матч ТВ" телеканалында ҡарарға мөмкин.Асыу тантанаһында Рәсәй йыйылма командаһы байрағын  еңел атлетика буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Андрей Вдовин һәм 1500 метрға йүгереүҙә ике тапҡыр паралимпия чемпионы, Башҡортостан спортсыһы Елена Паутова тотоп уҙасаҡ. Белеүебеҙсә, санкциялар арҡаһында Рәсәй спортсылары RPC аббревиатураһы (Russian Paralympic Committee) һәм Рәсәйҙең Паралимпия комитеты гербы менән аҡ флаг аҫтында сығыш яһаясаҡ. Еңеү хөрмәтенә Рәсәй гимны түгел, ә Пётр Чайковскийҙың 1-се концертының инеш бүлеге яңғыраясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылғы Паралимпия Рәсәй йыйылма командаһына илдең 50 төбәгенән 241 спортсы инде. Башҡортостандан дүрт спорт төрөндә - йөҙөү, фехтование, еңел атлетика һәм өҫтәл теннисында 14 яҡташыбыҙ сығыш яһаясаҡ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: