-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
25 Август 2021, 13:15

Пеле – футбол батшаһы

Эдсон үҫкән ярлы квартал иртәнән төнгә тиклем балаларҙың тауыштарынан гөрләп тора.

Пеле балалары менән.
Пеле балалары менән.

Ундағы бала-саға урам футболы – пелада уйнай.
Малай тышҡа сыҡҡанда, һәр команда уны үҙенә саҡырырға тырыша. Сөнки ул бер ҡасан да еңелмәй, ысынлап та, пелада оҫтаһы була. Шуға ла иптәштәре уны Пеле тип йөрөтә. Эдсон үҙе был ҡушаматты бик яратмай. Хатта үҙенә шулай тип өндәшеүселәрҙе туҡмап та ала.
17 йәшендә егет футболды урамда түгел, ә ысын ҙур майҙанда уйнай. Һәм шунда уҡ футбол тарихында беренсе иң йәш донъя чемпионы була. Матч аҙағында бөтә тамашасылар «Пе-ле! Пе-ле!» тип ҡысҡыра. Эдсон иһә был юлы бер кем менән дә һуғышмай, бары йылмая ғына.
Үҙ ғүмерендә Пеле меңдән ашыу гол индерә. Өс тапҡыр донъя чемпионы була. Уға тиклем бер кем дә бындай рекорд ҡуя алмай.
Пеле бөтәһенән дә шәберәк йүгерә, барыһынан да бейегерәк һикерә. Уның өсөн хатта голды ҡайһы аяҡ менән – уңы менәнме, әллә һулы менәнме тибеү бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә булмай. Футбол май­ҙанының ҡайһы ғына мөйөшөнән тибелһә лә, туп, сихырланған кеүек, мотлаҡ ҡапҡаға табан оса. Әгәр үҙҙәренә ҡаршы Пеле уйнаһа, еңеүҙең тәтемәйәсәген башҡа ко­мандалар бик тиҙ аңлай.
Пеле спорттан киткәс, буш ва­ҡыты күбәйә. Шул саҡ ҡасандыр уҡып бөтә алмаған мәктәбе иҫенә төшә. Инде ҙур ағай булһа ла, яңынан мәктәп партаһы артына ултыра. Аҙаҡ университетҡа инеп, хатта Бразилияның спорт министры булыу дәрәжәһенә өлгәшә.
Башҡа министрҙарҙан айырмалы рәүештә, Пеле бер ҡасан да һауаланмай. Әгәр урамда эргәһенә балалар йүгереп килеп автограф һораһа, бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай. Футбол батшаһы үҙенең дә шаян, йылғыр, ныҡышмал бала булғанын онотмай.
Бразилияла тыуған һәм Эдсон Арантес ду Насименту тигән оҙон исем йөрөткән малай, шулай итеп, спорт тарихында бөтә донъяға данлыҡлы Пеле булып таныла.

Азамат МӘҺӘҘИЕВ әҙерләне.

Фото: sport24.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: