-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
27 Август 2021, 10:40

Спорт күгендә – яңы йондоҙҙар

Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселеге тарихта ҡалды.

Адлан Амриев - ҡыҙыл кейемдәгеһе.
Адлан Амриев - ҡыҙыл кейемдәгеһе.

Был ярыштың Өфөлә үтеүе беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Планетаның 55 иле­нән 1 меңдән ашыу спортсы килде. Улар чемпионатты ойоштороу шарттары менән бик ҡәнәғәт ҡалды. Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили был турала: «Өфөлә үткән сарала бар көрәш донъяһы пандемия шарттарында глобаль турнирҙарҙы нисек үткәрергә мөмкин икәнен генә түгел, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә төбәктә спорт көрәшенең мәктәптәге залдарҙан алып, Көрәш һарайы төҙөлөүгә тиклем нисек системалы үҫеүен дә күрҙе», – тип белдерҙе.
Республикабыҙҙа тормошҡа ашырылған «Ауыл тренеры» программаһы тураһында грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин бик матур фекер әйтте. «Нәҡ ауылдарҙа буласаҡ чемпиондар үҫә. Көрәшкә киләләр ҙә Олимпия уйындарының триумфаторҙары булалар. «Ауыл тренеры» буйынса ауылға күсеп барып көрәш буйынса уҡытырға теләгән тренерға хөкүмәттән 600 мең һум аҡса бүленә. Был программаның яҡшы һөҙөмтәләре бар һәм уны федераль кимәлдә лә таратырға ярҙам итергә әҙербеҙ», – тине ул.
Донъя чемпионатында грэпп­линг буйынса Стәрлетамаҡ районынан Аделина һәм Карина Мырҙабаевалар икешәр алтын миҙал алып һоҡландырғайны. Ә ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса Рәсәй командаһынан Анастасия Сидельникова (59 килограмм ) һәм Алина Касабиева (68) I урынға сыҡты. Елизавета Петлякова (68) – көмөш, Чойгана Тумат (53) һәм Мәрйәм Гусейнова (72) бронза миҙал алды.
Донъя беренселеге грек-рим көрәше менән тамамланды. Рәсәй командаһы данын Баш­ҡортостандан Сәйет-Хөсәйен Баҡаев менән Адлан Амриев яҡланы. Улар икеһе лә алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, тәүге көндә яулан­ған биш алтындың өсөнсөһө лә Рәсәй командаһында: Ислам Алиев 77 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә еңеүсе булды. 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә иһә – Ирандан Амирреза Дехбозорги, 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Төркиәнән Мөхәммәт Бакир алтын миҙал яуланы.
Беҙҙең яҡташыбыҙ Баҡаев (63 килограмға тиклем) Грузиянан дәғүәсеһе Диего Чхиквадзены 10:0 иҫәбе менән еңде. 19 йәшлек Сәйет-Хөсәйен – Белореттан. Алты йәшенән райондың спорт мәктәбендә көрәш буйынса шөғөлләнә. Рәсәйҙең спорт мастеры.
Адлан Амриев иһә 2015 йылдан Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбендә оҫталығын арттыра. Ул финалда 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Голландиянан Тайрон Стеркенбургты 5:1 иҫәбе менән еңде. Батырҙарҙың көрәшкәнен республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡараны. Еңеүселәргә наградаларын тапшырҙы. «Донъя беренселегендә алтын миҙал яулау – ҙур уңыш. Мин дә грек-рим көрәше менән шөғөлләндем. Бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй призёры булдым. Һәр ваҡыт үҫмерҙәргә спорт менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңлатырға тырышам. Сөнки был шөғөл тормошта бирешмәҫкә, физик яҡтан көслө булырға, көсһөҙҙәрҙе яҡларға ярҙам итәсәк», – тип белдерҙе ул.
Грек-рим көрәше буйынса ярыштың икенсе көнөндә беҙҙең ил командаһынан Динислам Бамматов менән Евгений Байдусов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә дәғүәселәрен еңеп, донъя чемпионы булдылар. Ә Алексей Милешин – көмөш, Мөслим Имадаев бронза миҙал алды. Шулай итеп, грек-рим көрәше буйынса турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 8 миҙал яуланы, уларҙың бишәүһе – алтын.
Финал ярыштарында тағы Хасрат Джафаров (Әзербайжан), Марсель Стеркенбург (Голландия), Павел Глинчук (Белоруссия) алтын миҙалға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙең исемдәрен хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, спорт һөйөүсе дуҫтар. Кем белә, спорт көрәше буйынса донъя беренселеге чемпиондарының исемдәре өс йылдан Парижда уҙасаҡ Йәйге олимпия уйындарында ла яңғырар әле.
Ә 2023 йылда Красноярск ҡалаһында өлкәндәр араһында көрәштең олимпия төрҙәре буйынса донъя беренселеге уҙасаҡ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Спорт күгендә – яңы йондоҙҙар
Спорт күгендә – яңы йондоҙҙар
Спорт күгендә – яңы йондоҙҙар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: