"2012 йылда Илнур күрмәй башланы. Мәскәүҙә 5 мәртәбә операция эшләтеү ҙә ярҙам итмәй. 6 йәшенән һуҡырҙар мәктәбендә уҡыны. Шунда бассейнға йөрөтә башланылар. 12 йәшендә ул ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башланы", - ти уның әсәһе Ишембай районы Маҡар ауылы ҡыҙы Зөлфидә Ғарипова.
Илнур шул мәлдән алдына паралимпия уйындарында ҡатнашырға тигән маҡсат ҡуя. Бәләкәйҙән, әле күҙе күргән саҡтан, спортты ярата ул. Саңғыла йөрөй, конькиҙа йүгерә, футбол, хоккей ҙа ҡалмай. Ә тулыһынса күреү һәләтен юғалтҡас, спорт өлкәһендә уңышҡа ирешергә ҡарар итә.
Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәр сикләнһә лә, ҙур уңыштарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр сикләнмәгән. Барыһы ла кешенең үҙенән, тырышлығынан, рухи яҡтан көслө булыуынан, алға ҡуйған ҙур маҡсатҡа ынтылышынан тора. Быны паралимпия чемпионы Илнур Ғарипов та иҫбатланы. Афарин!
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.