Бындай мәртәбәле ярышта ҡатнашыу хоҡуғына Розана 16 – 19 сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһында гер спорты буйынса Рәсәй кубогына үткән ярыштарҙа еңеүе менән эйә булды.
Илдең утыҙ төбәгенән 200-ҙән артыҡ спортсы ҡатнашҡан беренселектә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ике ауырлыҡ үлсәмендә, ике төркөмдә һәм биш дисциплинала көс һынашты. Оҙон цикл, гер күтәреү, ике төр ярыш, эстафета һәм жонглировка кеүек ярыштар төрөндә беләк көстәрен күрһәтергә кәрәк ине.
Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында БДУ-ның Бөрө филиалы нигеҙендәге “Физик култура” колледжы студенты Розана Кашапова ҡатнашты (тренеры - Радмир Миңлебаев). Гер күтәреү буйынса Розана 63 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә спортсылар араһында өсөнсө урын яуланы. Һөҙөмтәлә, 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 165 тапҡыр күтәреп, халыҡ-ара кластағы донъя рекордын ҡуйҙы.
Спортсы алдында тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора. Ул 21 – 25 октябрҙә 22 йәшкә тиклемге йәш үҫмерҙәр араһында Венгрияла Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Уңыштар һиңә, Розана!
Фото социаль селтәрҙән.