-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
29 Ноябрь 2021, 12:25

"Сығышымды өләсәйемә бағышланым..."

Сочи ҡалаһында үткән Гран-при этабының ҡыҫҡа программаһында  Камила Вәлиева фигуралы шыуыу буйынса ярыштарҙың тәүге көнөндә тағы һоҡланғыс уңышҡа иреште.

"Сығышымды өләсәйемә бағышланым..."
"Сығышымды өләсәйемә бағышланым..."

 Улай ғына түгел,Этери Тутберидзе мәктәбендә шөғөлләнгән, йәш үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионы,  Камила 87,42 балл йыйып, ҡыҫҡа программала донъя рекордын ҡуйҙы!

Ирекле программанан һуң, дәғүәселәрен еңеп (185,29),ул йәнә рекордтарын яңыртты.  Ағымдағы йылдың донъя серияһының бер этабында спортсы Канадала үткән ярышта еңеү яулағайны инде. Икенсе урынды – Елизавета Туҡтамышева, өсөнсөнө Майя Хромых алды. Шулай итеп, Вәлиева менән Туҡтамышева Гран-при финалына сыҡты.

"Минең ҡыҫҡа программам  – бер күбәләк тарихы, уның артынан йөрөйөм, тотам һәм ебәрәм. Кирилл Рихтер әйткәйне, был көй – һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә яҙылған, тип.  Уны мин 2019 йылда мәрхүм өләсәйемә бағышланым ", – тине Камила Вәлиева.

Фото: news.obozrevatel.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: