+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
6 Декабрь 2021, 13:50

Уңыш артынан уңыш

Башҡортостан биатлонсылары Антон Бабиков менән Эдуард Латипов халыҡ-ара ярыштарҙа алтын һәм бронза миҙалдар яуланы.

Бабиков IBU кубогында ике уҙышта ла Норвегия спортсыларын уҙып китеп,ике алтынды эләктерҙе. Ә Эдуард Рәсәй йыйылма командаһы составында Сәид Хәлили, Даниил Серохвостов һәм Александр Логинов менән бергә  7,5 километрлыҡ эстафетала Донъя кубогында бронза алды.

Спортсыларыбыҙҙы социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.

– Биатлонсыларыбыҙҙы ҡотлайым! Спортсыларыбыҙ һәм уларҙың тренерҙары маладистар! Һеҙгә киләсәктә тик уңыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын! – тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457263754%2Fwall413272232_733054

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: