+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
11 Март 2022, 11:39

Аделина Заһиҙуллина тағы еңеүсе булған

10 мартта Мәскәү өлкәһендә үткән Бөтә Рәсәй рапирасылар ярышында Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина шәхси беренселектә 80 ҡатнашыусы араһында еңеү яуланы. 

Аделина Заһиҙуллина тағы еңеүсе булған
Аделина Заһиҙуллина тағы еңеүсе булған

Спортсы 1993 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Фехтование менән 2003 йылдан шөғөлләнә. Аделина Рөстәм ҡыҙы - 2020 йылғы олимпия чемпионы, команда беренселегендә ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, 2015 йылғы Европа уйындары еңеүсеһе һәм призеры.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: