Программала һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары ҡаралған. Шулай уҡ адаптив физкультура буйынса тренерҙарға теләгән һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Белгестәр кәңәштәрен әйтәсәк, шулай уҡ балаларҙы спорт мәктәбенә яҙҙырырға мөмкин.
Был адаптив спорт мәктәбе 2016 йылдың сентябрендә эшләй башлаған. Унда балалар йөҙөү менән шөғөлләнә, коляскаларҙа теннис уйнай, тхэквондо, саңғы, биатлон, еңел атлетика секциялары ла бар. Әлеге ваҡытта күнекмә төркөмдәрендә 160 спортсы шөғөлләнә, шуларҙың 12-һе – Рәсәй йыйылма командалары ағзалары.
Асыҡ ишектәр көнө Өфө ҡалаһы, Солтанов урамы, 24/1 адресы буйынса сәғәт 2-нән 4-кә тиклем үткәрелә. Рәхим итегеҙ!