+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Сентябрь 2019, 19:54

Спорт көрәше – мәктәптәрҙә

Яңы уҡыу йылында Өфөнөң биш мәктәбендә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн махсус залдар асылған.

Шулай итеп, «Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә» программаһына 2-се башҡорт лицейы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, 17-се, 127-се, 56-сы мәктәптәр ҡушылды. Әле республикала был программаға бөтәһе 11 мәктәп ингән. 11 – 16 йәшлек уҡыусыларҙан төркөмдәр булдырылған. Улар менән махсус курс үткән физкультура уҡытыусылары шөғөлләнә.
Читайте нас: