+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2019, 13:32

Кемппайнен урынына – Сакари Маннинен

Ниһайәт, көйәрмәндәр көтөп алған яңы хоккей миҙгеле лә башланды! Беҙҙең яратҡан «Салауат Юлаев»ыбыҙ тәүге уйындарын Ҡытайҙа үткәрҙе.Командабыҙҙа ниндәй үҙгәрештәр бар һуң?

Төп көстәребеҙ булған һөжүм итеүселәребеҙ Йоонас Кемппайнен менән Владимир Ткачёв хәҙер СКА (Санкт-Петербург) өсөн уйнаясаҡ. Антон Бурдасов та беҙҙән китергә булды, тик һаман да үҙ командаһын тапмаған әле. Ҡапҡасыбыҙ Даниил Тарасов та, һөжүм итеүсе Павел Шэн да сит илдәргә юлланды. Йәл, икеһе лә бик һәләтле йәш хоккейсылар ине. Ни эшләптер Өфөнө ташлап киттеләр.

Улар урынына кемдәр килдеме? Һаҡсы Михаил ПАШНИН (ЦСКА), баһадир кәүҙәле хоккейсы инде. Көс ҡулланып уйнау алымдарын күрһәтергә ярата. Ул боҙҙа саҡта дәғүәселәрҙең күп хоккейсылары беҙҙең ҡапҡа янына килергә ҡурҡып торасаҡ. Евгений ЛИСОВЕЦ та («Динамо», Минск) – һаҡсы. Үҙ командаһында лидер ине. Һөжүм итеүгә ҡушылырға ла ярата.

Ә бына Сакари МАННИНЕН («Йокерит», Финляндия) Кемппайнен урынына саҡырылды. Нисек килеп сығыр? Линус Умарк һәм Тему Хартикайнен менән өс таған булып китә алырҙармы? Маннинен кәүҙәгә бәләкәйерәк, әммә бик йылғыр һәм тиҙ хәрәкәтләнеүсән, оҫта уйынсы. Финляндия йыйылма командаһы составында донъя чемпионы исемен яуланы.

Никита СОШНИКОВ («Сент-Луис Блюз», НХЛ) иһә сит илдән ҡайтып, беҙҙең клуб өсөн уйнаясаҡ. Көслө генә һөжүм итеүсе. Ваҡытында Рәсәй йыйылма командаһында ла уйнаны. Шуныһы ҡыҙыҡ: Никита Сошников Түбәнге Тагилда тыуған, уның тәүге тренеры Александр Радуловтың атаһы икән.

Һөжүм итеүсе Владислав КАРТАЕВ Өфөнән Ярославлгә күскәйне. Бына әле кире ҡайтты. «Локомотив»та үҙен әллә ни күрһәтә алманы, ә «Салауат Юлаев»та нисек уйнап китер?

Йәштәрҙән Глеб Кузьмин, Илдар Әбдеев, Андрей Банников, Владислав Лу­кин, Артём Пименов, Алексей Пустозё­ров, Даниил Скориков һәм бигерәк тә Родион Әмировҡа өмөт бағлай тренерҙарыбыҙ. Уларға уңыштар теләйһе генә ҡала.

Шуны әйтергә кәрәк: командала юғалтыуҙар бар, әммә күп кенә уйынсыларҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола, һаҡсылар Захар Арзамасцев, Артём Сергеев, Филип Ларсен, Григорий Панин, һөжүм итеүселәр Линус Умарк, Тему Хартикайнен, Александр Бурмистров, Александр Кадейкин, Дмитрий Кугрышев, Максим Майоров, Владимир Жарковтар быйыл да һынатмаҫ әле.
Читайте нас: