+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2019, 13:23

Һәр ихатаға – волейбол майҙансығы

Баш ҡалабыҙҙа йыл башынан «Һәр ихатаға – волейбол» проекты ғәмәлгә ашырыла. Бөгөн Өфөлә 130 волейбол майҙансығы бар.

Йәйге осорҙа уның райондарында 50 уйын биләмәһе барлыҡҡа килгән. Проект сиктәрендә майҙансыҡ урындарын 315-кә еткереү күҙаллана.

Сираттағы волейбол майҙансығы 25-се белем биреү үҙәгендә лә булдырылды. Уны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Киләсәктә тағы ла волейбол, футбол, хоккей майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ. Балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт, ғәйрәтле булып, спортты яратып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Волейбол турнир­ҙарында һеҙҙең ара­ғыҙҙан, бәлки, кемделер чемпиондар итеп тә күрербеҙ әле, – тине ул балаларға.

25-се белем биреү үҙәгендәге волейбол май­ҙансығының майҙаны 500 квадрат метр­ҙы тәшкил итә. Байрам тантанаһында баш ҡаланың Ленин районында йәшәүселәр араһында турнир ойошторолдо, шулай уҡ үҙәк уҡыусылары күр­һәтмә сығыштар ҙа әҙерләгәйне.
Читайте нас: