+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2019, 13:48

Таныш булығыҙ: Родион Әмиров!

«Салауат Юлаев»та хәҙер үҙебеҙҙең хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре уйнамай, гел ситтән килгәндәр менән тулған командабыҙ, тип зарлана күп көйәрмәндәр.

Ысынлап та, хәлдәр шулайыраҡ. Линус Умарк, Тему Хартикайнен, Филип Ларсен, Захар Арзамасцев, Александр Бурмистров, Александр Кадейкин, Юха Метсола кеүек оҫталарҙы саҡырмаһаҡ, юлаев­сылар плей-оффҡа сыға алыр инеме? Кемдәр командабыҙҙы алға һөйрәр? Хәйер, «Салауат Юлаев»ты Линус Умаркһыҙ һәм Юха Метсолаһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Тик ҡайҙа һуң үҙебеҙҙең хоккей клубында тәрбиәләнгән йәш таланттар? Ирек Ғимаев, Игорь Кравчук, Александр Семак, Андрей Василевский кеүек үҙен илгә, хатта донъяға таныт­ҡандар ҡасан тыуыр, үҫер икән?

Һөйөнсө: бар ул беҙҙә ундай йәш талант – 17 йәшлек кенә Родион Әмиров! Был егеткә ҙур өмөт бағлай тренерҙарыбыҙ, көйәрмәндәр. Яңы хоккей миҙгеле башланыр алдынан үҙен «Салауат Юлаев»ҡа – төп командаға алдылар. Оҫталар араһында ла юғалып ҡалманы, һынатманы йәш егет. Ҡаҙағстан Президенты кубогы өсөн уйындарҙа ике гол индерҙе, йәнә «Нефтехимик» менән алыш­ҡанда хәл иткес буллит уның иҫәбендә.

Ҡайҙанмы был йәш хоккейсы? Родион Әмиров Салауат ҡалаһында тыуған. «Мин тәүге тапҡыр конькиға биш йәшем­дә баҫтым, атайым ҡыш көнө боҙ майҙансығына алып бар­ғайны, – тип хәтерләй ул. – Ә бер йылдан һуң секцияға йөрөй башланым. Атайым менән Өфөгә барып хоккей ҡарағас, был уйын мине ныҡ әсир итте. Ҙур арена һоҡландырҙы! Үҙемдең дә хоккейсы булғым килде».

Әмировтар ғаиләһе тәүҙә Ишембайҙа йәшәй. Салауат яҡын ғына булһа ла, көн дә иртә менән күнекмәләргә йөрөү, ай-һай, бәләкәй малайға еңелдән булмай. Ҡайһы саҡ юлда бар­ғанда ҡапҡылап алырға тура килә. Шулай ҙа Родион зарланмай, бер күнекмәне лә ҡалдырмай. Салауат ҡалаһында спорт комплексы төҙөлгәс, хоккей менән генә сикләнмәй, хатта йөҙөү, теннис, акробатика, фигуралы шыуыу менән дә шөғөлләнә башлай.

– Беҙҙең «Юрматы» командаһына Родионды атаһы алып килгәйне, – ти тәүге тренеры Илья Борисович Голованов. – Унда шунда уҡ талантын күр­ҙем. «Металлург» (Магнитогорск) менән тәүге уйында уҡ гол индерҙе. Бәләкәйҙән ата-әсәһе дөрөҫ туҡланыуға ла өйрәткәйне.

Бер нисә йыл үткәс, Родиондың ғаиләһе Өфөгә күсә, ә уны «Салауат Юлаев» спорт мәктәбенә алып баралар. Йәш хоккейсыны бында Борис Михайлович Тимофеев төркөмөнә беркетәләр. Родион командала тиҙ арала лидерға әйләнә. Оҫталығы артҡандан-арта барып, мәргән һөжүм итеүсе булып китә. Хоккей мәктәбен тамамлаған йылда 30 матчта 53 мәрәй йыя.

Родион «Толпар»ҙа уйнай башлай. Был йәштәр командаһы өсөн тәүге голды 2018 йыл­дың 14 февралендә индерә. Күп тә үтмәй, ул төп уйынсыға әйләнә. Шул йылды Родионды Рәсәйҙең үҫмерҙәр йыйылма командаһына саҡыралар. Иң-иңдәр араһында ла беҙҙең яҡташ лидер булып китә. Уның һоҡланғыс уйындарын беҙ яҙғыһын Швецияла үҫмерҙәр араһында үткән донъя беренселегендә күрҙек. Һәр матчта тиерлек гол индерҙе. Ә көслөләрҙән-көслө АҠШ командаһы менән ярымфиналда ул беҙҙекеләргә еңеү килтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Америка хоккейсылары менән алышта күп көс түгеп, финалда Швеция­нан отолоп ҡуйҙылар. Шулай ҙа Рәсәй командаһы һоҡландырҙы, бигерәк тә беҙҙең Родион Әмиров! Ул был донъя беренселегендә иң мәргән хоккейсы булып танылды: 9 мәрәй, 6 гол, турнирҙың символик йыйылма командаһына инде­релде.

Үҙенә күҙ генә теймәһен инде. Бик өмөтлө, һәләтле икәне күренеп тора! «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Николай Цулыгин юҡҡа ғына үҙен төп командабыҙға алманы бит. Тимәк, ышана Родионға.

Йәш хоккейсының артабан да көйәрмәндәрҙе ҡыуандырып, юлаевсыларҙы алға әйҙәп, тағы ла матурыраҡ, оҫтараҡ уйнауын теләйек.
Читайте нас: