Спорт
6 Декабря 2019, 21:25

Яңы йыл каникулында ― ғаилә уйындары

Быйыл Яңы йыл каникулдары күңелле уҙмаҡсы. Алдағы йылдың 2 ғинуарынан 6-һына тиклем "Яңы йыл ғаилә уйындары" ойоштороласаҡ.

Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт синыфтары ата-әсәләре менән бергә ошо уйындарҙа ҡатнашасаҡ. Бәләкәй балаларға ― күңелле старттар, өсөнсө синыфтан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарыла. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа баш ҡалабыҙҙа республика финалында осрашасаҡ.
Яңы йылда ғаилә уйындарының төп ҡатнашыусылары ― "Сәләмәт быуын ― көслө төбәк" проектының тәрбиәләнеүселәре. Был программа 2015 йылдан эшләй.
Читайте нас