Ә бына Салауат районының Мөрсәлим мәктәбендә былтыр дәрес булып ингән, быйыл ни өсөндөр түңәрәккә ҡалдырғандар.
– Дәрес булып ингәндә һәйбәтерәк, өйрәтеүе лә еңелерәк ине. Түңәрәккә V – XI синыфтарҙан барлығы 35 бала йөрөй. Күберәк тә булырҙар ине, шахмат сәғәте, таҡталар етмәй.
Уҡыусыларға бик оҡшай. Район ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайталар. Балалар араһында көслө генәләре бар. Мәҫәлән, алтынсынан Искәндәр Динисламов, Вилена Ибраһимова, етенсенән Динис Хисмәтуллин, унынсынан Әлмира Тархановалар. Шахмат кәрәк-яраҡтары етерлек кимәлдә булһа, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшер инек, – ти түңәрәк етәксеһе Зифа Мәғзүм ҡыҙы Фәрхитова.
Әйткәндәй, ул үҙе лә шахматта уйнарға бик әүәҫ. 21 йәшендә үҙ алдына өйрәнеп, хәҙер 35 йыл күп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ун биш йыл рәттән районда мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында I урынды биргәне юҡ. Төньяҡ-көнсығыш төбәк-ара ярышта – көмөш призёр, республика буйынса ветерандар араһында III урынға лайыҡ булған.
Бына бит нисек! Һоҡландыра уңыштары!