+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Апрель 2020, 23:55

Яңы акция: «Өфө өйҙә күнекмә үткәрә»

– Бер, ике, өс! Бер, ике, өс!Ә һеҙ, дуҫтар, өйҙә ултырған ваҡытта физик күнекмәләр эшләйһегеҙме? Коронавирус инфекцияһы тип, уларҙы бер кем дә туҡтатмаған әле. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы ла «Өфө өйҙә күнекмә үткәрә» тигән акция иғлан итте.

Унда ҡушылыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Видео төшөрөп, үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгеҙгә #Уфатренируетсядома хэштегы менән урынлаштырырға йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Видеяҙмаларҙа ошондай темалар сағылдырырға тейеш:
  1. Дуҫтар менән дистанцион күнекмә дәрестәр;
  2. Өйҙә күнекмәне нисек үткәреү буйынса оҫталыҡ дәресе;
  3. Өй шарттарында күнекмә ваҡытын һәм башҡа төрлө әүҙемлегегеҙҙе күрһәтеү.
Видеяҙмалар «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/kfs_ufa төркөмөндә урынлаштырыласаҡ.

Читайте нас: