+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2020, 10:59

«Алға киберспорт» республика фестивале ойошторола

Уны Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Рәсәйҙең компьютер спорты федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә үткәрә.

Турнирҙа 10 йәштән өлкән уҡыусылар ҡатнаша ала. Ярыштар 13 апрелдән 7 майға тиклем 6 йүнәлеш, 10 программа төрө буйынса барасаҡ. Тәүге йүнәлеш – «Хәрби майҙан», бында «Dota2», «League of Legends» программа төрҙәре ҡаралған. Икенсеһе – «Спорт башланғыстары», «Clash Royale» төрөн үҙ эсенә ала. Өсөнсөһө – «Реаль ваҡытта стратегия», программаның төрө: «StarCraft II: Legacy of the Void». Дүртенсеһе – «Спорт симуляторы», быға киберхоккей (NHL20) менән интерактив футбол (FIFA20 ) инә. Бишенсеһе – «Файтинг», «Tekken 7», «UFC 3» тигән ике программа төрө буласаҡ. Алтынсыһы – «Шутерҙар», төрҙәре : «Global Offensive», «Warface».
Һәр бер йүнәлештә ярыштар ике этапта үтә: һайлап алыу (турнирҙар серияһы) һәм плей-офф осоро (олимпия системаһы). Тәүгеһендә еңеүселәр плей-офҡа сыға. Ярыштарҙа еңеүселәр һәм призёрҙар министрлыҡтың кубоктары, Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле приздары менән бүләкләнәсәк, бағымсылар һәм партнерҙар ҙа бүләктәр әҙерләгән.
Читайте нас: