+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2020, 09:21

Ябыҡ футбол майҙаны ошо спорт төрөн үҫтерергә ярҙам итәсәк

– Өфөлә «Спорт – йәшәү рәүеше» масштаблы проекты сиктәрендә ябыҡ футбол майҙанын төҙөү шул уҡ исемдәге футбол клубы өсөн генә түгел, дөйөм Башҡортостанда футболды үҫтереү өсөн дә мөһим, – тип белдерҙе «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов.

Ябыҡ футбол майҙаны өсөн федераль ҡаҙнанан 450 миллион һум аҡса бүленгән. Уны оҙаҡламай төҙөй башлау күҙаллана.
– Комаров урамындағы беҙҙең «Нефтсе» стадионы эргәһендә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә алһын өсөн заманса каркас-модуль павильоны була. Спорт комплексының проекты әҙер, майҙа төҙөүсе менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ, — тип яҙғайны республика Башлығы Радий Хәбиров унан алда социаль селтәрҙәрҙә.
Әйткәндәй, «Спорт – йәшәү рәүеше» проекты «Демография» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Читайте нас: