+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2020, 14:06

Метсола менән Хартикайнен да – карантинда

Беҙҙең «Салауат Юлаев»ҡа ла бәлә килде.

Коронавирус арҡаһында «Автомобилист» (Екатеринбург) менән уйнағанда Өфө боҙона төп хоккейсыларҙан тик Дмитрий Кугрышев, Михаил Воробьёв, Евгений Бирюков, Александр Алексеев, Дмитрий Коробов, Евгений Лисовец, Алексей Семёнов, Шакир Мөхәмәҙуллин һәм Родион Әмиров ҡына сыҡты. Улар менән бергә байтаҡ йәштәребеҙ һынау үтте. Ҡапҡасыбыҙ Александр Скрынник менән һөжүм итеүсе Михаил Козлов тәүге тапҡыр беҙҙең команда өсөн уйнаны.

Юлаевсыларға бик ауырға тура килде. «Автомобилист» Павел Дацюк, Якуб Коварж, Анатолий Голышев кеүек лидерҙары менән сыҡты алышҡа. Йәштәр йәштәр инде, беҙҙең хоккейсыларға тәжрибә, оҫталыҡ етмәне. Шуға ла еңелдек тә инде – 1:4. Ә беҙҙекеләрҙән берҙән-бер голды Шакир Мөхәмәҙуллин пасы менән Родион Әмиров индерҙе.

Был отолоуға артыҡ көймәйек. Юлаев­сылар мәрәйҙәре буйынса барыбер лидерҙар араһында килә, һаман да өсөнсө урындабыҙ. «Автомобилист» менән осрашҡанға тиклем «Өфө-Арена»ла «Трактор»ҙы (Силәбе) – 3:1, «Витязь» (Подольск) командаһын 6:5 иҫәптәренә еңеп ҡайтарғайныҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: был уйындарҙа ла күп йәштәребеҙ ҡатнашты. Мәҫәлән, «Витязь» менән алышта Родион Әмиров ике хәл иткес гол индерҙе. Алексей Пустозёров менән Илья Баранов та мәргәнлеген күрһәтеп өлгөрҙө.

Бына шундай хәлдәр. Юлаевсыларҙы хәҙер сит майҙанда: 3 октябрҙә – «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) һәм 5-ендә «Аҡ Барс» (Ҡазан) менән «йәшел дерби» көтә. Лидерҙарыбыҙ карантиндан сығып өлгөрмәһә, тағы ла йәштәребеҙгә һынау үтергә тура киләсәк инде. Ә 8 октябрҙә – Өфөлә «Себер» (Новосибирск), 10-ында ЦСКА (Мәскәү) менән алыш буласаҡ.

Көйәрмәндәр өсөн ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерәбеҙ. НХЛ-да «Тампа-Бэй Лайт­нинг» клубының төп ҡапҡасыһы булған Андрей Василевский Стэнли кубогын яуланы! Улар­ҙың ко­манда­һы финалда «Даллас Старз»­ды 4:2 иҫәбенә еңде. Әйткәндәй, «Са­лауат Юлаев»тың элекке һөжүм итеүсеһе, яратҡан хоккейсыбыҙ Александр Радуловтың кәйефен төшөр­ҙөләр инде.

Белеп ҡуйы­ғыҙ: Андрей Василевский, «Салауат Юлаев»тың тәрбиәләнеүсеһе булараҡ, клуб тарихында иң тәүге Стэнли кубогын яулаусы икән. Уға тиклем беҙҙекеләрҙән Игорь Кравчук ҡына финалда уйнаған.
Читайте нас: