-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2020, 13:57

Ольга Вилухина ғәйепле түгел!

Һөйөнсө! Лозанналағы халыҡ-ара спорт арбитраж суды билдәле биатлонсы, 2002 йылда «Йәншишмә» гәзите призына үткәрелгән саңғы ярышында еңеүсе Ольга Вилухинаны аҡланы. Уны допинг ҡулланыуҙа ғәйепләгәйнеләр.

Яңыраҡ Межгорье ҡалаһында тыуған яҡташыбыҙ суд ҡарары менән аҡланды, Сочи олимпиадаһында яулаған көмөш миҙалы тартып алынмаясаҡ. Иң мөһиме, исеменә тап төшөрөлмәне.

– Минең өсөн иң бәхетле көнөм. Өс йыл буйы көттөм ошо ғәҙеллекте. Дөрөҫлөк бар икән, шуға ҡыуанып бөтә алмайым, – ти Ольга Вилухина.

Уның өсөн беҙ ҙә һөйөнәбеҙ. Үҙен был еңеүе менән дә ҡотлайбыҙ!


Читайте нас: