Люблин ҡалаһында (Польша) үткән спидвей буйынса беренселектә Рәсәй командаһы өсөнсө йыл рәттән иң-иңе булып танылды. Поляктар – икенсе, Дания өсөнсө урын алды.
Эмиль Сәйфетдинов дүрт уҙыштың дүртеһендә финишҡа беренсе булып килде, ә берәүһендә икенсе урынға сыҡты. Шулай итеп, ул командабыҙға иң күп мәрәй (16 мөмкинлектән 15) йыйҙы.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ хәҙер «Турбина» (Балаков) өсөн сығыш яһай. Үҙенең Башҡортостандан икәнен дә онотмай.