– Быйылғы пандемия беҙҙең тормошобоҙға үҙгәрештәр индерҙе. Тик шулай ҙа сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында оноторға ярамай. Инфекция таралыу ҡурҡынысын кәметер өсөн бөтә уйындарҙы элекке кеүек мәктәп спорт залдарында түгел, асыҡ һауала үткәрергә ҡарар иттек. Өфөгә йомғаҡлау этабына киләсәк финалға үтеүселәр һаны ла кәметеләсәк. Һәр бер район, ҡаланан иң яҡшы күрһәткестәре булған бер генә ғаилә һайлап алынасаҡ, – тип белдерҙе партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
«Яңы йыл ғаилә уйындары» алдағы йылдың 3-өнән 6 ғинуарға тиклем үтәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн тиҙлеккә, көскә һәм етеҙлеккә өс һынау әҙерләнгән. Балалар атай-әсәйҙәре менән быймала хоккей уйнаясаҡ, санала һәм тюбингта шыуасаҡ.
Муниципаль этап еңеүселәре республика финалында осрашасаҡ. Шулай итеп, Яңы йыл байрамы көндәрендә уҡыусыларҙың ялын күңелле итеп уҙғарыу планлаштырыла.