+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2021, 17:50

Бер үҙенә - өс алтын миҙал!

Яҡташыбыҙ Семён Елистратов быйылғы Европа беренселегендә бер юлы өс алтын миҙал яуланы.

Ярыштар 22-24 ғинуарҙа Польшаның Гданьск ҡалаһында үтте. Башҡортостан спортсыһы 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә еңде, шулай уҡ күпбәйгелә беренселекте алды. 30 йәшлек Елистратов ир-егеттәр араһында абсолют Европа чемпионы булды: уның иҫәбендә 71 мәрәй.
Хәҙер Елистратовтың шорт-трек буйынса Европа беренселегендә яуланған 15 алтын миҙалы бар. 2014 йылда ул эстафетала Олимпия чемпионы булды, ә 2015 йылда донъя кимәлендә 1500 метрлыҡ арауыҡта алтын алғайны. Афарин!

UFA.KP.RU сайтынан Владимир ВЕЛЕНГУРИН фотоһы.
Читайте нас: