Милли көрәш – ул ир-егеттәрҙең батырлығын, таһыллығын билдәләгән, халҡыбыҙҙа элек-электән һаҡланып ҡалған, быуындан-быуынға тапшырылып килгән спорт төрө. Был йәһәттән Ауырғазы районы ла көрәшселәр төбәге булараҡ дан алған. Бил бирмәҫ батырҙар ере йәш көрәшселәр әҙерләй.Йәмле Өршәк буйында көс, ҡеүәт туплап үҫкән, республика, Рәсәй кимәлендә бәйгеләрҙә һынатмаған яҡташтарыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алабыҙ.
Республика беренселегенә 24 райондан, 3 ҡаланан 127 үҫмер көс һынашырға килгәйне. Кемдәр иң-иңе булыр?
Ауырғазы районы данын 12 йәш батыр яҡланы. Шуныһы ҡыуаныслы: 4 көрәшсе – Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары!
Беҙҙекеләр һынатманы. Талбазы башҡорт гимназияһының VII синыф уҡыусылары Искәндәр Һатлыҡов, Байрас Назаров I урын алып, чемпион булды (тренерҙары – Булат Мирғәле улы Ильясов). Шулай уҡ етенсенән Эльвир Иҙрисов, Төрөмбәт мәктәбенән VI синыф уҡыусыһы Арыҫлан Исхаҡов (Булат Мирғәле улы Ильясов), Таштамаҡ мәктәбенән Семён Семёновтар (Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин) III урын алды.
Еңеүселәр грамота, миҙалдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Был турнирҙа Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ көрәшселәр һайлап алынды. Яҡташтарыбыҙға артабан да яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.