Тәүге осрашыу бөгөн үтһә, 5 мартта икенсе уйын буласаҡ. Ә артабан 7-һендә һәм 9-ында Силәбелә алыштар көтөлә. Еңеүсе асыҡланмаһа, 11 мартта "Өфө-Арена"ла тағы көс һынашасаҡтар.
Плей-офф уйындары башланыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров тренерҙарыбыҙ һәм хоккейсыларыбыҙ менән осрашты.
– Команда матур уйын күрһәтә. Ә плей-оффта һеҙгә далан ғына түгел, ныҡ түҙемлелек тә кәрәк. Бирешмәгеҙ, бер ҙә һынатмағыҙ. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! – тине ул.
Уңыштар һеҙгә, юлаевсылар!