Әйтергә кәрәк, был белем усаҡтарында йәш спортсыларҙы әҙерләү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ә спорт көрәше менән шөғөлләнеү иһә уҡыусыларға ныҡлы рухлы, көслө булып үҫергә ярҙам итәсәк. Был белем биреү учреждениеларында белем алыусыларға 23-өнән 25 мартҡа тиклем донъя чемпионы Джефф Монсон оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк, кәңәштәрен бирәсәк.