+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
3 Августа 2021, 11:23

Алтын миҙал өсөн - 4 миллион

"Токио-2020" олимпиадаһында алтын миҙал яулаған Рәсәй спортсыларына 4-әр миллион аҡса биреләсәк. Көмөш миҙалға - 2,5 миллион, бронзаға - 1,7 миллион. Был турала Рәсәй Федерацияһы Спорт министры Олег Матыцин белдерҙе. 

Алтын миҙал өсөн - 4 миллионАлтын миҙал өсөн - 4 миллион
Алтын миҙал өсөн - 4 миллион

Башҡортостандан Аделина Заһиҙуллина фехтование буйынса алтын миҙал яулап, олимпиада чемпионы исемен яулағайны. Тимур Сафин иһә көмөш миҙалға лайыҡ булды. Олимпия уйындарында еңеүселәргә Башҡортостанда ла  дәртләндереү бүләге билдәләнгән. Алтын миҙалға - 2 миллион, көмөш һәм бронза миҙалдар өсөн 1,5 һәм 1 миллион аҡса бирелә. 

Әйткәндәй, әле миҙалдар һаны буйынса беҙҙең ил 5-се урында. I урында - Ҡытай, II - Америка Ҡушма Штаттары, III - Япония,  IV - Австралия, V  - Рәсәй. Ҡытай менән Америка иҫәбендә - 68-әр миҙал. Рәсәй дөйөм миҙалдар һаны буйынса уларҙан һуң килә: 52 миҙал. Тик урындар алтын миҙалдар һаны буйынса билдәләнә шул. Беҙҙә улар әлегә -13.  

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас