+25 °С
Облачно
VKOKМакс
Спорт
10 Августа 2021, 05:37

Иҙрис Низамов донъя беренселегендә ҡатнаша

Өфөлә йәш спортсылар араһында спорт көрәше буйынса уҙасаҡ донъя чемпионатында грепплинг буйынса Башҡортостан данын Иҙрис Низамов яҡлаясаҡ. Ул 2019 йылда үткән донъя беренселегендә чемпион һәм призёр булған. 2018/2019 йылдарҙа Рәсәй беренселегендә лә - чемпион һәм призёр. Титулдары күп йәш спортсының: AGML төрө буйынса донъя чемпионы, Волга буйы федераль округы буйынса беренселектә чемпион, республика ярыштарында, Евразия уйындарында бер нисә тапҡыр еңеүсе.

Иҙрис Низамов донъя беренселегендә ҡатнашаИҙрис Низамов донъя беренселегендә ҡатнаша
Иҙрис Низамов донъя беренселегендә ҡатнаша

Низам "Боец" спорт клубында шөғөлләнә. Тренеры - атаһы Ислам Низамов. Низам тәүҙә спортҡа артыҡ иғтибар итмәй, 12 йәштә генә был өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә аласағын аңлай башлай. Әлбиттә, еңеүҙәр өсөн ныҡ тырышырға кәрәк була. 

Әле Низам Исламов алдағы донъя беренселегенә әҙерләнә. "Көн һайын көндөҙ, кис 13-әр километр йүгерәм," - ти ул. Шулай уҡ залда көнөнә өс тапҡыр күнекмә, диета тоторға, кәүҙә ауырлығын да үҙгәртмәҫкә кәрәк. 

"Йыл Һайын дәғүәселәр алмашынып тора, яңы спортсылар килә. Мин һәр кем менән көрәшергә әҙер: чемпион булһынмы ул, ябай егетме. Тулҡынланыу бар, әлбиттә, үҙем йәшәгән республикала ярышыу - ҙур яуаплылыҡ. Өфөлә сығыш яһау минең өсөн бәхет тә: сөнки көйәрмәндәр ҙә үҙебеҙҙең дуҫтар, туғандар. Бар республиканы ҡыуандырырмын, тип өмөт итәм", - ти Низам. Амин, шулай булһын.

Фото: "Бәйләнештә" cелтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас