

Стәрлетамаҡ районының балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре апалы-һеңлеле Карина менән Аделина Мырҙабаевалар, Валерия Давыдова июнь айында Волга буйы федераль округы буйынса ярышта өсөһө лә үҙ ауырлыҡ категорияларында алтын миҙал яулағайны. Рәсәй беренселеге еңеүселәре булдылар.
Карина менән Аделина - донъя чемпионаты призерҙары. Спортсы ҡыҙҙарҙың тренерҙары - билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлимғужина һәм Яна Беликова.
Егеттәрҙән юниорҙар араһында Низам Идрисов грэпплинг.ru бүлегендә ярыша. Ә 18 йәшкә тиклемгеләр араһында республикабыҙҙан Эмиль Исламғолов миҙал өсөн алыша. Икеһе лә - төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүселәре.
Грэпплинг буйынса донъя беренселеге ике көн барасаҡ. Тура трансляцияны ошонда -WRESTLINGTV.RU ҡарарға мөмкин.
Фото интернеттан алынды.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.