+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
14 Августа 2021, 09:47

22 алтын миҙал!

Юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә Рәсәйҙең йыйылма командаһы 22 алтын миҙал яуланы.

22 алтын миҙал!22 алтын миҙал!
22 алтын миҙал!

Грэпплинг буйынса 18 йәшкә тиклемгеләр араһында Вячеслав Шкодкин (39-42 кг), Мухаммед Османов (46 кг), Али Казимов (50 кг), Степан Зубков (54 кг), Мохмад Закров (58 кг), Гамид Хиясов (110 кг),

 Карина Мырҙабаева (43 кг), Ульяна Ходжинова (46 кг), Елена Ефремова (52 кг), Алина Копейкина (65 кг), Александра Племяшова (90 кг) I урын алды.

Юниорҙар араһында еңеүселәр:Хабиб Атлуев (58 кг), Исмаил Кадиев (62 кг), Ислам Бочкаев (66 кг), Расул Абдулвадулов (71 кг), Магомедмухтар Гусенов (84 кг), Судим Ходжалиев (92 кг), Шахсолтан Алакае (130 кг), Аделина Мырҙабаева (53 кг), Валентина Павлова (64 кг), Анна Ершова (71 кг), Ангелина Леонидова (90 кг).

22 алтын миҙал, тимәк, бүләкләү ваҡытында 22 тапҡыр Рәсәй Федерацияһы гимны яңғыраны тигән һүҙ. Донъя беренселеге беҙҙең ил өсөн һәйбәт башланды. Артабан нисек булыр, күрербеҙ. Уңыштар теләйбеҙ.

Әле "Өфө-Арена"ла грэппингтың яңыраҡ барлыҡҡа килгән төрө буйынса ярыш дауам итә. Кискә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы буласаҡ. 

Фото "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас