

Стәрлетамаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Карина һәм Аделина Мырҙабаевалар үҙ ауырлыҡ категориялары буйынса алтын миҙалға лайыҡ булды. Валерия Давыдова көмөш миҙал алды.
Аделина (53 килограмм ауырлыҡ категорияһы) финалда Ҡаҙағстандан Арузхан Йылҡыбаева менән көс һынашты. Береһе лә еңелергә теләмәй, әлбиттә. Әммә яҡташыбыҙ ныҡышыраҡ һәм көслөрәк характерлы булып сыҡты һәм еңеүгә өлгәште. Валерия (49 килограмм ауырлыҡ категорияһы) Испаниянан Марина Гарсия менән алышты.
Бөгөн Башҡортостан ҡыҙҙары грэпплинг-ги буйынса миҙал өсөн көрәшәсәк. Шулай уҡ 18 йәшкә тиклемгеләр араһында Эмиль Исламғолов менән 21 йәшкә тиклемге спортсылар араһында Низам Иҙрисов ярыша. Уларға еңеү теләйбеҙ!
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.