+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
14 Августа 2021, 20:05

Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары тағы миҙалдар яуланы

Донъя беренселегенең грэпплинг буйынса ярыштары тамам. 14 августа грэпплинг-пи буйынса Башҡортостан ҡыҙҙары тағы өс миҙалға эйә булды. 

Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары тағы миҙалдар яуланыСтәрлетамаҡ ҡыҙҙары тағы миҙалдар яуланы
Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары тағы миҙалдар яуланы

18 йәшлек Аделина Мырҙабаева үҙ ауырлығы категорияһында алтын миҙал яуланы. 16 йәшлек һеңлеһе  Карина Мырҙабаева тағы көрәшмәйенсә еңеүсе тип иғлан ителде, сөнки уның ауырлыҡ категорияһы буйынса (43 килограмм) ярышҡа бер үҙе генә килгән. 

Валерия Давыдова 13 августа көмөш миҙал яулаһа, икенсе көнөнә грэпплинг-ги буйынса бронзаға лайыҡ булды. Был өс ҡыҙҙың тренерҙары - Әлфиә Әлимғужина һәм Яна Беликова.

Егеттәребеҙ иһә донъя беренселегендә призлы урын ала алманы.

Грэпплинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Морат Абдулаев ҡыҙҙар командаһының донъя чемпионатында һәйбәт һөҙөмтә күрһәтеүен билдәләне. 

Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас