

"Быйыл проектҡа тағы 21 мәктәп ҡушыласаҡ. Беҙ 2024 йылға бындай мәктәптәр һанын 200-гә тиклем еткерергә маҡсат ҡуйҙыҡ", - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә арналған матбуғат кәңәшмәһендә. Республика етәксеһе донъя кимәлендәге саранан һуң секцияларға йөрөргә теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар, балаларын спорт түңәрәктәренә яҙҙырырға теләгән атай-әсәйҙәр күбәйһә, бик шат буласағын белдерҙе.
Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов белдереүенсә, Башҡортостандағы 3 мең йәш көрәшсенең яртыһы разрядҡа эйә. Ә 12 башҡорт көрәшсеһе илдең милли йыйылма командаһы составына ингән. Был урындағы спортсыларҙың юғары һәм сифатлы әҙерлеге тураһында һөйләй. Әлеге донъя кимәлендә ойошторолған сара тренерҙар һәм йәш көрәшселәр өсөн дә тәжрибә туплау майҙансығы ла буласаҡ.
Фото: "Башинформ".