+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
17 Августа 2021, 02:03

Үҫмерҙәр араһында көрәш ҡыҙа

Кисә "Өфө-Арена"ла үҫмерҙәрҙең ирекле көрәш буйынса донъя чемпионаты башланғайны. Белеүегеҙсә, ул олимпия төрҙәренә инә. Тимәк, 2024 йылда Парижда үтәсәк Йәйге олимпия уйындарында ҡатнашырлыҡ спортсылар асыҡланасаҡ, тиергә мөмкин.

Үҫмерҙәр араһында көрәш ҡыҙаҮҫмерҙәр араһында көрәш ҡыҙа
Үҫмерҙәр араһында көрәш ҡыҙа

Ярыштар көсөргәнешле бара. 16 августа 5 ауырлыҡ үлсәме буйынса көслө спортсылар донъя беренселегенең финалына эләгеү өсөн алышҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә, Рәсәйҙән ике батырыбыҙ - финалда. Дағстандан Рамазан Багавутдинов (57 килограмм ауырлыҡ үлсәме буйынса) ярымфиналда Әзербайжан спортсыһы Нураддин Новрузовты 7:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште! Бөгөн финалда уға Төркиә көрәшсеһе Мөхәммәт Каравус менән алтын миҙал өсөн алышырға тура киләсәк.

65 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә көрәшкән Рәсәй спортсыһы Шамил Мамедов иһә ярымфиналда Ирандан Саидхассан Эбадимерметиҙы 14:8 иҫәбе менән еңде. Бөгөн ул Әзербайжандан Зираддин Байрамов менән көрәшәсәк. 

Спорт яратыусы дуҫтар, донъя беренселегенең тура трансляцияһын ошонда -WRESTRUS.RU. ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ бөгөн был ҙур сараны рәсми асыу тантанаһы ла буласаҡ.

Фото: United World Wrestling / Kadir Caliskan

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас